Мостай рухы мәңге тере

Бар тәбиғәт һүрән ҡояш нурҙары аҫтында алтын төҫкә ингәндә, ағас япраҡтарынан тирә-йүнгә сағыу, аңлата алмаҫлыҡ моң бөркөлгәндә, “әбейҙәр сыуағы”нан күңелдәрҙә йыр тыуғанда, ирекһеҙҙән Мостай, үҙебеҙҙең бөйөк Мостай Кәрим иҫкә төшә. Тап ошо мәлдә, миҙгелдәр алышынғанда тыуған ул! Эйе, йәйҙәр көҙгә, ҡыштар яҙға алмашына, кемдер был донъяға ауаз һала, кемдер мәңгелеккә күҙҙәрен йома, ә тормош дауам итә. Шатлыҡ-ҡыуаныстары, ҡайғы-хәсрәттәре, әсе яңылыҡтары, шау-шыуҙары менән Ер шарынан Заман атлай. Ҡайҙалыр һуғыш уты ҡуба, икенсе урында матур, татыу тормош дауам итә - бәхәс-тартылыштары менән, алдау-ялғандары менән.

Ғәзиз телебеҙгә һәр дәүерҙә хәүеф янаған. Аҡһаҡалдар, тел әһелдәре һәр саҡ уның һағында уяу торған, кәрәк мәлдә үҙ һүҙҙәрен әйткән, яҡлап ҡалған. Бөгөн дә был хәүеф йәшәй арабыҙҙа. Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан туған телебеҙгә бәйле шау-шыу ваҡытында Мостай Кәримдең, аҡһаҡалыбыҙҙың етмәүе, уның ошо күренешкә әйтер һүҙен әйтә алмауы үҙәкте өҙҙө. “Әлеге мәлдә Мостай ағай иҫән булһа, заман үҙгәрештәренә ҡарата тура һүҙен әйтер ине”, — тип һағышҡа бирелде күптәр.

Яҙыусының, шағирҙың халыҡ алдында яуаплылығы бик ҙур. Уларҙың һәр ҡайһыһы, айырым да, халҡыбыҙҙың намыҫы булып сығыш яһарға тейеш. Сөнки һүҙ оҫталары үҙҙәре үк ошо тәғлимәттәрҙең сағылышы булып тора. Ил, халыҡ алдында яуаплылыҡ тойғоһо ғына ла яҙыусыларға хас һүҙгә, фекергә, образға талапсанлыҡты тыуҙыра.

Ҡәләм эшен дәүләт вазифаһы һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге менән тигеҙ юғарылыҡта алып барҙы Мостай Кәрим. Сәйәси тормоштоң үҙәгендә булыу уға замандың һулышын тойорға, ижади офоҡтарын киңәйтергә мөмкинлек бирҙе. Әҫәрҙәренең философик тәрәнлеге, ҡиммәтлеге, донъя кимәленә ауаздашлығы ла ошонан. Шағир бөтә илдең йөгөн үҙ иңендә тартып барырға тейеш, тип һанай ине Мостай Кәрим. Һәм шул яуаплылыҡ аҫтында үҙе, бейек тауҙан саф шишмәләр бәреп сыҡҡан һымаҡ, иң юғары кимәлдәге әҫәрҙәр тыуҙыра алды.

Яҙыусы – ғәмһеҙ һәм шымаҡай бәндә түгел. Ул һәр күренешкә һоҡланып ҡына ла ҡарай алмай. Ысын шағирҙы намыҫы өҙлөкһөҙ игәй, кешелектең бәлә-ҡазаларын үҙенекеләй кисереп, ул кешеләрҙе лә йоҡонан уята, уяулыҡҡа һәм хәрәкәткә өндәй. Ана шунда күрә Мостай Горький, Блок кеүек әҙиптәрҙең Прометей ҡаһарманлығына торошло эшмәкәрлеген. Блок, ти ул, үҙенең ҡатмарлы заманы асылына ғына төшөнөп ҡалмаған, ә киләсәкте лә күҙаллай белгән. Ләкин ул пәйғәмбәр түгел, ул – Шағир. Ерҙә барған «ишетелмәгән үҙгәрештәр» һәм «күрелмәгән фетнәләр» уны ҡасып-боҫоп ҡалырға түгел, ә көрәшкә әйҙәгән.

Теле, иле, халҡы һағында торғанда ул “күкрәгенән ҡоштар осорҙо”. Аҡлыҡ-хаҡлыҡ өсөн көрәшселәргә лә, сирлеләргә лә, ғашиҡтар һәм хыялый, йыуаш-саяларға ла, һәммәбеҙгә лә әйтер һүҙе, мөхәббәте булды. “Көткәндәргә - аҡ күгәрсен килер, яңы өмөт өҫтәп өмөткә”,-- тип яҙҙы шағир алтынға бәрәбәр шиғырында. Тик ғәмһеҙҙәрҙе генә ул “өлөшһөҙ” һалдырҙы. Ғәмһеҙҙәргә генә һис нәмәм юҡ – әйҙә улар ҡошһоҙ торһондар...

Тыуған ер ҡуйынынан урғылған Ағиҙел кеүек киң дә, моңло ла, Урал кеүек бейек тә, уйсан да, далаларыбыҙ кеүек киң һулышлы ла, бәрәкәтле лә, тормоштоң үҙе кеүек ҡатлаулы ла ул Мостай Кәрим ижады. Халыҡ шағиры тигән һүҙ үҙе үк уның ижадының төп асылын күрһәтә. Тыуған еренә һәм туған халҡына булған мөхәббәт шағир ижадының үҙәген тәшкил итә.

Үҙенең гүзәл әҫәрҙәре менән Мостай Кәрим бөтә халыҡ мөхәббәтен яулаған шағир. Әҙәбиәт өлкәһендә күп яҡлы эшсәнлеге өсөн ул ике тапҡыр Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ, Халыҡтар дуҫлығы, Почет билдәһе ордендары менән бүләкләнде. 1963 йылда халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исем бирелде. Яҙыусы С.Юлаев, Станиславский исемендәге, СССР-ҙың Дәүләт премияһына, Г-.Х.Андерсен исемендәге Халыҡ-ара премияға лайыҡ булды. 1979 йылда Социалистик Хеҙмәт Геройы тигән ҙур исем бирелә. 75 йәш тулыу уңайынан Башҡортостан Hеспубликаһының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә. Шул көндәрҙә уның күкрәгендә тағын бер бүләк -- 3-сө дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн”ордены урын ала. Ошо һаналып үткән бүләктәр генә лә яҙыусының халыҡ араһындағы абруйының бик юғары булыуын күрһәтә.

Мостай Кәрим... Беҙҙең өсөн бөйөк шәхес, аҡһаҡал! Икенсе Мостай Кәрим тыуырмы? Ошо һәм башҡа һорауҙар тынғылыҡ бирмәй. Ғәҙәттә, бындай ваҡытта сағыштырыуҙарға төшөп китәһең. Мостайҙа Салауат, Аҡмулла, Бабичтың маһирлығы һәм ярһыулығы бар; Өмөтбайҙан ул энциклопедик күп яҡлылыҡ һәм париотлыҡ алған; унда Рәмиҙең юғары намыҫсанлығы сағыла. Ә Мостай Кәрим – барыбер Мостай Кәрим ул! Халыҡ шағирына 85 йәш тулыуҙы билдәләгән тантаналы йыйылышта сығыш яһап, Рауил Бикбаев һүҙен ошолай тамамлағайны: “Мостай Кәримде кем менән сағыштырып була? Мостайҙы бары тик уның үҙе менән генә сағыштырырға мөмкин!” Эйе, Мостай Кәрим – башҡорт халҡы өсөн бары тик үҙенә генә хас, мәңге тере, мәңге асыласаҡ хазина ул.

Һаҡлайыҡ, ҡәҙерләйек, юғалтмайыҡ ошо хазинаны. Беҙ һыуһаған, мохтаж булған аҡбаҡалыбыҙ һүҙе, аманаты алтынға бәрәбәр бөгөн! Аҡыллы, батыр, ғәҙел, рухлы, берҙәм булайыҡ, ғәмһеҙҙәрҙән ары торайыҡ!

Гөлмирә Бикбулатова.

 
По теме
Юные футболисты из Башкортостана приняли участие в межрегиональном эта... - ОНФ в Республике Башкортостан Юные футболисты из Башкортостана приняли участие в межрегиональном этапе всероссийской акции «Молодежки ОНФ» «Уличный красава», который прошел в Саранске.
13.12.2018
Эксперты ОНФ в Республике Башкортостан предлагают разработать программу рекультивации горных отвалов - ОНФ в Республике Башкортостан Эксперты Общероссийского народного фронта в Республике Башкортостан обеспокоены ситуацией, сложившейся в городе Сибай, где уже несколько дней горожане жалуются на плохое самочувствие и недомогание,
13.12.2018
Уфу все чаще выбирают на новогодние праздники - Правительство Республики Башкортостан Специалисты Роскачества  выяснили , что большинство россиян предпочло путешествовать по стране в новогодние праздники в период с 30 декабря 2018 года по 8 января 2019 года.
13.12.2018
 
13 декабря 2018 года в Администрации района состоялось 13-е заседание Президиума Совета муниципального района Стерлитамакский район Республики Башкортостан.
13.12.2018
ПРИГЛАШАЕМ НА ЯРМАРКУ - Администрация Стерлитамакского района Вниманию сельскохозяйственных организаций всех форм собственности, а также граждан Стерлитамакского района!
13.12.2018
Уфу все чаще выбирают на новогодние праздники - Комитет по предпринимательству и туризму Специалисты Роскачества на основе анализа данных сервиса Aviasales выяснили, что большинство россиян предпочло путешествовать по стране в новогодние праздники в период с 30 декабря 2018 года по 8 января 2019 года.
13.12.2018 Комитет по предпринимательству и туризму
Представители Общероссийского народного фронта в Республике Башкортостан приняли участие в работе съезда Движения, который прошел в Москве и собрал более 4 тыс.
04.12.2018 Стерлитамакский рабочий
В дежурную часть обратился 32-летний мужчина. Он рассказал, что утром не обнаружил свой автомобиль ВАЗ-21120.
13.12.2018 Стерлитамакский рабочий
Полиция не исключает версию теракта [фото, видео] Юлия ДИВЕЕВА По последним данным, во время стрельбы во французском городе Страсбурге два человека погибли, не менее десяти пострадали.
12.12.2018 Комсомольская правда Уфа
Выставка картин художников мировой живописи - Управление образования г. Уфа В целях эстетического воспитания подрастающего поколения и формирования любви к искусству в актовом зале школы № 38 состоялась выставка картин художников мировой живописи.
14.12.2018 Управление образования г. Уфа
Популярный артист татаро-башкирской эстрады презентовал лейбл «Elvin Grey» на самой большой площадке города - восьмитысячной «Уфа-Арене», собрать которую оказалось не по силам многим известным исполнителям.
12.12.2018 Комсомольская правда Уфа
С 30 ноября по 23 декабря в Стерлитамакской картинной галерее  работают две выставки из собрания БГХМ имени М.В.Нестерова,  каждая из которых по-своему уникальна.
11.12.2018 Стерлитамакский рабочий
На неделе продолжат работу: в филиале № 3 МБУ «Централизованная библиотечная система» (информационно-культурный центр, пр.Ленина,
11.12.2018 Стерлитамакский рабочий
Система роста - Управление образования г. Уфа Юным интеллектуалам физико-математического лицея № 93 была представилась возможность помериться силами с Чемпионом России, с победителем в командном чемпионате Европы, мастером ФИДЕ Олегом Анатольевичем Яксиным.
14.12.2018 Управление образования г. Уфа
4 - Стерлитамакский рабочий В течение двух дней на большой арене Дворца спорта в Стерлитамаке проходил IV Кубок Урала и Поволжья по всестилевому карате;
13.12.2018 Стерлитамакский рабочий
Тренер-преподаватель ДЮСШ Лиана Федотова уже много лет приобщает агидельских детей к легкой атлетике.
13.12.2018 Огни Агидели
Сергей Жорин рассказал "КП" о скандалах в семье Дениса Глушакова [аудио] Мария РЕМИЗОВА @Maria_Remizova Футболист московского «Спартака» Денис Глушаков вне поля живет, как герой шоу «Дом-2»: то в Сеть попадёт видео,
13.12.2018 Комсомольская правда Уфа
О несоответствии установленным требованиям лекарственного препарата - Россельхознадзор Управление Россельхознадзора по Республике Башкортостан сообщает, что при проведении контроля качества лекарственных средств для ветеринарного применения выявлено несоответствие установленным требованиям качества образца
14.12.2018 Россельхознадзор
12 декабря делегация Республики Башкортостан под руководством Тимура Мухаметьянова приняла участие в заседании Комиссии Ассоциации "Радор" по вопросам развития,
12.12.2018 Комитет по транспорту и дорожному хозяйству